1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "Тамаша" журналынан бүләктәр

"Тамаша" журналынан бүләктәр

Май 22, 2025 Просмотров: 175
Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулыу айҡанлы "Тамаша" журналы Башҡортостан республикаһы һәүәҫкәр ансамблдәре араһында вокал конкурсы иғлан иткәйне. Ярыш бик көсөргәнешле булды. Беҙҙең "Әкиәт" балалар баҡсаһы коллективы Ф. Дауытованың "Шайморатов генерал" ( етәксеһе Сәйфуллина Ф.Ю.) йырын башҡарып беренсе урынға сыҡты һәм "Тамаша" журналының махсус дипломы, шулай уҡ балалар өсөн башҡорт телендә "Әлләсе", "Зирәк", "Бесәй,сәй,айыу,бал,май", "Бишбармаҡ" уйындарын алып ҡыуанды. 
Ошо уңайҙан файҙаланып, кемдәр беҙҙең өсөн тауыш биргән, ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
#Әкиәтбалаларбаҡсаһы
#СказкаБаймак
#Победа80
#Еңеүгә80