"Йыл педагогы - 2025" конкурсының йомғаҡлау сараһы үтте
Ноябрь 17, 2025
Просмотров: 2
Бөгөн "Күбәләк" балалар баҡсаһында район кимәлендәге «Йыл педагогы – 2025» конкурсын йомғаҡлау сараһы үтте. Бөтә һынауҙар ҙа артта ҡалды! Беҙҙең балалар баҡсаһынан Әфләтүнова Эльфира Забихулла ҡыҙы конкурста ҡатнашып «Һөнәренә тоғролоҡ өсөн» номинацияһында еңеүсе итеп танылды.
Ошо айҡанлы Эльфира Забихулла ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ!!! Уға ижади үрҙәр, яңы асыштар теләйбеҙ!


#СказкаБаймак
#Әкиәтбалаларбаҡсаһы
#педагоггода_2025
#йылпедагогы_2025