Уртансылар төркөмөндә Яңы йыл байрамы
Декабрь 25, 2025
Просмотров: 84
25 декабрҙә беҙҙең балалар баҡсаһында, Яңы йыл иртәлеге уртансылар төркөмөндә үтте.
Байрамса биҙәлгән зал балаларҙы күңелле Яңы йыл музыкаһы һәм сағыу уттар менән ҡаршы алды. Балалар матур, ғәжәп, шат күңелле йәнлектәргә һәм әкиәттәге персонаждарға әүерелде.
Балалар күңелле йырҙар йырланы, бейене, уйнаны һәм шиғырҙар һөйләне. Хушлашыр алдынан Ҡыш Бабай һәр балаға Яңы йыл бүләген тапшырҙы һәм иҫтәлеккә фотоға төштө.#СказкаБаймак
#новогодниеутренники
#средняягруппа
#Әкиәтбалаларбаҡсаһы